14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ

14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ
Фото: okraevka.ru
  • 14 ДЕКАБРЬ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ ‚КӨНӨ!
  • Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
    Атам теле, әсәм теле – минең телем!
    (Зәйнәб Биишева)

    Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
    14 декабрь – Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был башҡорттар өсөн туған тел һәм республикала йәшәгән барса халыҡ өсөн дә икенсе дәүләт теле булып тора. Ул ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың төплө белемен, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән үҙенсәлекле байлыҡ булып тора.

    Һеҙҙе, хөрмәтле милләттәштәр, ошо байрам менән ҡотлайым, ул беҙҙе башҡорт халҡының мәҙәниәтенә йүнәлтә, уның үҙенсәлеген билдәләй һәм халыҡты берләштереүгә хеҙмәт итә.
    Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. “Туған тел!» һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз булһын! Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, яҡын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен.